Башҡортостандағы иң билдәле ҡурсаулыҡ - Шүлгәнташ. Уны ҡоштарҙың 200-ҙән ашыу һәм йәнлек-кейектәрҙең 60лап төрө төйәк иткән.
Йылғаларында иһә балыҡтарҙың 30лап төрө бар. Донъя кимәлендә танылыу алған Бөрйән бал ҡорттары ла ошонда. Бында солоҡсолоҡ менән дә шөғөлләнәләр. Ҡурсаулыҡ биләмәләрендә донъяла киң билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан.
Республикала туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән программала ла тап Шүлгәнташ мөһим урын алып тора. Белгестәр әйтеүенсә, тап милли ризыҡтар иҫәпләнгән башҡорт балы, ҡымыҙ сит ил туристарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Башҡортостан ҡымыҙын, мәҫәлән, тап урындағы үҫемлектәр составындағы матдәләр үҙенсәлекле итә. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы директоры Вәсилә Яныбаева әйтеүенсә, төбәктә туризм проекты буйынса эш башланған.