Ҡотороу сиренең таралыуына юл ҡуймау һәм бүре-төлкөләр һанын көйләү маҡсатында 2004-се йылдан алып төбәктә Башҡортостан Хөкүмәте күрһәтмәһе бойомға ашырыла.
Уға ярашлы, һәр атып алынған ҡырағай йыртҡыс өсөн премиялар күләме билдәләнгән. Тәбиәғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хайуандар донъяһын һаҡлау буйынса идаралыҡ етәксеһе Илдус Яхин әйтеүенсә, һунарсылар атып алған һәр бүре өсөн өс мең һум, һәр төлкө өсөн 200 һум алырға хоҡуҡлы.
Бының өсөн улар ҡабул итеү пункттарына хайуандарҙың тиреһен килтерергә тейеш. Быйыл йәмғеһе 100 бүре һәм 550 төлкө атырға рөхсәт ителгән. Беренсе ғинуарҙан алып һунарсылар алты бүре һәм һигеҙ төлкө атып алырға өлгөргән. Йыртҡыстар барыһы ла Шаран районы урмандарында ауыланған.
Республиканың һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына тиреләрҙең сифатын тикшереү һәм ҡайһы йәнлеккә тап килеүен биләләү бурысы ҡуйылған. Әле Башҡортостандың һәр район үҙәгендә тиреләрҙе ҡабул итеү пункттары ойошторолған, улар тиреләрҙе әҙерләү буйынса махсус белгестәр менән тәьмин ителгән.