Бәләкәй малайҙың ҙур батырлығы

Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе 13 йәшлек малай ҙур батырлыҡ күрһәтә. Ул ике бала ғүмерен һаҡлап ҡала.
Саша Владимиров ут эсенән бер туған һеңлеһе менән ҡустыһын алып сыға. Барлыҡ йорт-ҡура, мунса һәм һарай бер-нисә минутта юҡҡа сыға.

Белгестәр фаразлауынса, йортта янғын сығыуының төп сәбәбе бәләкәй балаларҙың ут менән шаярыуы. Әле ҡала хакимиәте ғаиләгә финанс ярҙам юллай, ә Саша Владимиров юғары наградаға тәҡдим ителәсәк.