Өфөлә «Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү»гә арналған кәңәшмә үтте. Унда билдәләнеүенсә, республикала туризмдың аҡрын үҫеше марштруттарҙың төрлөлөгө һәм тәҡдимдәрҙең бөтөнләй тиерлек яҡтыртылмауы менән аңлатыла.
Бынан тыш, тейешле финанслау юҡлығы аныҡ проекттарҙы инвестицияларға мөмкинлек бирмәй. Барлыҡ төбәктәрҙә лә үҫешкән инфраструктура юҡлығы ҡамасаулай һәм эске туризм тармағында кадрҙарға ҡытлыҡ кисереү ҙә мөһим мәсьәләләрҙең береһе.
«Башҡортостанда эске туризмды үҫтереү»гә арналған «түңәрәк өҫтәл» Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты, республиканың йәшәтр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолдо.
Кәңәшмәлә сығыш яһаусылар республиканың туристик баҙарында эшҡыуарҙар һәм инвесторҙарҙы йәлеп итеүҙе тиҙләтеү кәрәклеген билдәләне. Быға һис шикһеҙ Башҡортостандың бай тәбиғәт русурстары ла ярҙам итә. Шуға күрә лә дәүләт кимәлендә эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итергә кәрәк.
Шулай уҡ «Шүлгәнташ», «Оло Өфө», «Павловка» тау саңғыһы үҙәге кеүек туристик инфраструктураны үҫтереү өсөн өҫтөнлөклө зоналарҙа торған туристик кластерҙар үҙләштереү мөһим. Әле Башҡортостан хөкүмәте тарафынан 2020-се йылға тиклем иҫәпләнгән юғары һөҙөмтәле заманса турист комплексын ойоштороуға йүнәлтелгән программа ҡабул ителгән.
Республикалағы шарттар эске һәм күсмә туризмды, аҙ ваҡытлы ял һәм экскурсияларҙы үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр аса. Был йәһәттән туризмды үҫтереү йәштәрҙе физик һәм әҡлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә ҙур әһәмитәкә эйә, ти кәңәшмәлә ҡатнашыусы.