Киләһе аҙнала Рәсәйҙә берҙәм дәүләт имтихандары башлана

27 май уҡыусылар биология, информатика һәм рус әҙәбиәтенән һынау тотасаҡ. Әле белем усаҡтарында имтихандарға әҙерлек бара.
Берҙәм дәүләт имтиханы тиҫтә йылға яҡын тәжрибә формаһында үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, уны камиллаштырыу буйынса илдә бәхәстәр тынмай. Уҡыусыларҙың теләге иҫәпкә алынып быйыл да уға әҙгәрештәр индерелде ти республикала мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге хеҙмәткәре Нәфисә Юнысбаева.

Уңышлы имтихан юғары уҡыу йортона тура юл. Был төшөнсә лә быйыл үҙгәрештәр кисерә. Мәғариф министрлығы белгесе Хәйҙәр Мортазин әйтеүенсә, быға тиклем һөҙөмтәләрҙе бер нисә юғары уҡыу йортона тапшырып булһа, хәҙер был мөмкинлектәр сикләнде. Быйыл уҙған осорҙағы етешһеҙлектәр иҫәпкә алынып, уларҙы иҫкәртеү саралары ла күрелгән.

Имтиханды үткәреү тәртибен боҙоусыларға ҡарата административ саралар ҙа ҡәтғиләштерелгән. Мәғарифты күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү ҡағиҙәләренең теүәл үтәлешен тьәмин айырым иғтибар үҙәгендә. Етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта улар мотлаҡ рәүештә протоколдарҙа урын табасаҡ. Тәртип боҙоусылар иһә суд ҡарары буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.