Башҡортостан өсөнсө ҡоролтайға әҙерләнә

Был эш барлыҡ, хәрби тел менән әйткәндә, фронттар буйынса ла киң йәйелдерелгән. Милләтте туплау, теләгәндәренә башҡортостанға ҡайтып төпләнергә ярҙам итеү тигән маҡсат ҡуйылған.
Был планды амбициялы йәштәр ғәмәлгә ашыра. Уларҙың береһе Азамат Ғәлин. Төркиәлә Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре инде милләтте туплапу ғына түгел, башҡорттар өсөн киңерәк тарафтарға сығыу өсөн урындар әҙерләүҙе лә күҙ уңында тота.

Истанбулдың Мәхмәт Әкиф Эрсой паркында – башҡорт һабантуйы ла ойошторолдо. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаев. Төркиәлә Истанбул университеты менән Башҡорт Дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Истанбул университеты ректоры Юныс Сойлет һәм Башҡорт Дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин. Эш сәфәренең һуңғы көнөндә Башҡортостан делегацияһы Ҡараджа Әхмәт зыяратында Әхмәт Зәки Вәлиди туған ҡәберенә сәскәләр һалды.