Бөгөн республиканың ҡатын-ҡыҙҙар советы "Башҡортостан ғаиләһе" конкурсын йомғаҡлаусы республика фестивален үтте. Fаилә статусын үҫтереүгә арналған бындай саралар үҙ һөҙөмтәләрен бирә, ти Республиканың ЗАГСТАР идаралығы етәксеһе Рәмилә Йомағужина. Статистиканан күренеүенсә, республиканың 21 районы һәм ҡалаһында тыуым артҡан. Башҡортостанда йыл башынан алып 13 меңдән ашыу ғаиләгә әсәлек капиталы тураһындағы сертификаттар тапшырылған.
Президентҡа теләктәшлек акциялары үтте
Республика президентының тыуған яғы-Күгәрсен районында "Президентҡа теләктәшлек" акцияһы үтте. Унда ҡатнашыусылар Рәсәй президенты Владимир Путин башланғыстарын хупланы. Акцияға тәү сиратта уҡытыусылар ҡушылды. Рәсәй сәйәсәтендә лә, ниһәйәт, тап белем биреү системаһын камиллаштырыу өҫтөнлөклө йүнәлеш тип билдәләнде,уның һөҙөмтәләрен уҡыусылар уңышында ла күрәбеҙ, ти Мораҡ башҡорт гимназияһы коллективы. Акция программаһына, әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ла индерелгән. Медицинаны ауылдарға яҡынлаштырыу, табиптарҙың эш шарттарын яҡшыртыу–был шулай уҡ Рәсәй президенты сәйәсәтендәге уңышлы башланғыстарҙың береһе. Хәҙер Күгәрсендәр урында уҡ тейешле диагностика үтә, дауа ала.