Республикала сәйгә хаҡтар арта тигән хәбәрҙән һуң халыҡтың кибеттәрҙән сәйҙе күпләп һатып алыуы күҙәтелмәй. Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары киләһе көндәрҙә сәйгә хаҡтар кәм тигәндә 25-30 процентҡа артасаҡ, тип хәбәр иткәйне. Был Рәсәйгә Һиндостандан сәй индереүҙе сикләү менән бәйле. Белгестәр әйтеүенсә, сәйҙе индереү тулыһынса тыйылмаясаҡ, бары тик Рәсәйгә һатылыусы сеймал етди контроль үтәсәк, йәғни индерелгән сеймал күләме кәмейәсәк. Хәбәр таралыу менән ҡайһы бер сауҙа нөктәләре сәйгә хаҡтарҙы күтәргән. Был инде халыҡты уны күпләп алыуға этәрә.