Ҡурсаҡ театрындағы янғынды йәшереү кем файҙаһына?

Өфөлә ҡурсаҡ театры яныу тураһындағы сюжетты НТВ телеканалы ла күрһәтте. Шулай итеп, республика властары йәшергән мәғлүмәт кәрәкле йүнәлештә үҫешә башланы. Хәҙер инде мәғлүмәт йәшерелгәс, республикала ҡурсаҡ театрын яндырыу кемгәлер кәрәккән тигән фекер өҫтөнлөк итә. Ә республика етәкселәренә тик аҡланырға ғына ҡала. Мәғлүм булыуынса, кем аҡлана, шул ғәйепле.
Янғын һүндереү көстәре үҙәге етәксеһе Рәйес Әхмәтов белдерүенсә, йыл башынан алып республикала 382 янғын сыҡҡан, утта 44 кеше һәләк булған, 37 кеше йәрәхәтләнгән.
Әлегә тиклем Рәйес Әхмәтовтан башҡа янғын сәбәптәре тураһында әйтеүсе юҡ. Миллионлаған һум аҡсалар көлгә әйләнһә лә, ҡурсаҡ театрындағы янғын ҡәҙимге янғынға тиңләштерелә.