Һуғыш ветерандары ҡала госпитале поликлиникаһында йыл һайын ошо ваҡытта Әфған һуғышында ҡатнашыусыларҙы иҫкә алалар-асыҡ ишектәр көнө үткәрәләр.
Әфған һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар был көндәрҙә дауаханаға килеп бер ни ҡыйынлыҡһыҙ һаулығын тикшертеү, табиптар менән күрешеп тейешле мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. Өфөлә әле Әфған һуғышында ҡатнашҡан 2 меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың 1 мең 671 махсус медицина күҙәтеүендә тора. Даими тикшереү, өҫтәлмә медицина ярҙамы һуғыш ветерандары өсөн файҙаға ғына, ти поликлиника хеҙмәткәрҙәре. Асыҡ ишектәр көнө уларға ошондай мөмкинлекте бирә лә инде.