Каспаров ру Интернет сәхифәләрендә Роберт Заһрыевтың Енәйәт һәм яза тип аталған хәбәре баҫылды. Унда Дәүләкәндәге һайлау участкаларының береһенә өҫтәлмә бюллетендар ташлауға бәйле ваҡиға тураһында һүҙ бара. Яҙмала әйтелеүенсә, бюллетендар ташлағанды күргән күҙәтеүсе енәйәт яуаплылығына тарттырыла. 400 ҡағыҙҙы урнаға ташлауҙы йәнәһе лә коммунистар фирҡәһе күҙәтеүсеһе күреп ҡала. КПРФ вәкилдәре табылған бюллетендарҙы һанап кем файҙаһына ташланғанын асыҡлай башлай. Уларҙа һайлауҙа еңеүселәрҙең исем- шәрифтәре торған тп яҙа Роберт Заһрыев. Автор яҙыуынса, күҙәтеүсене тәфтишселәргә саҡыртҡандар. Уға ҡарата Һайлау комиссияһы эшмәкәрлегенә аяҡ салырға маташыу статьяһы янауы ихтимал.