Башҡортостанда милиция туҡмаған кеше хөкөм ителгән

Йылайыр районы мәхкәмәһе 21 йәшлек егетте аҡса менән язалаған, ул 5 мең һум штраф түләгән.
Ваҡиғаның тарихы былайыраҡ. Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, 21 йәшлек был егетте милиция хеҙмәткәрҙәре иҫереклектә һәм һуғышып ҡыйналыуҙа шикләнеп участкаға алып керә. Нарколог бүлмәһе эргәһендә ул үҙен бында алып килгән милиционерҙарға рәнйетерлек һүҙҙәр әйтә, береһенең түшендәге милиция тамғаһын йолҡоп ала, уға бер тапҡыр ҡундырып та өлгөрә. Батырлыҡтары өсөн ул 5 мең һум штраф менән ҡотола. Ҡыйналған милиционер был егетте ныҡ язаламауҙарын һораған.