Башҡортостандағы бойондороҡһоҙ баҫмаларҙың береһе- "Киске Нефтекама" гәзите ябылған.
Был баҫма 13 йыл элек булдырылғайны. Уның ойоштороусыһы- уҙған саҡырылышта республика парламентында оппозиция депутаты иҫәпләнгән Эдвард Мурзин. Гәзитте булдырғанда ул Эдуард Хөснөтдинов булараҡ билдәле ине.
Ябылыу ҡотолоп булмаҫлыҡ кеүек тойола. Реклама биреүселәр гәзит менән хеҙмәттәшлекте өҙә, типография тиражды баҫыу хаҡын ике мәртәбәгә арттыра. Гәзит сығарыу өсөн аҡса шулай итеп бөтә.
Эдвард Мурзин бының сәбәбен гәзит уҙғарған йәмәғәт фекерен белешеү менән бәйле күрә. Баҫма коррупцияға ҡарата халыҡ фекерен белешә, уларҙан күренеүенсә, Нефтекама халҡының 98 проценты коррупция осрағы менән эләгешергә тура килеүен әйткән. Эдвард Мурзин фекеренсә, ҡала башлыҡтарына ошо фекерҙәр оҡшамаған. Һөҙөмтәлә аҡсаһыҙ ҡалған гәзитте ябырға тура килгән.