Башҡортостанда башҡорт тархандары ойошмаһы төҙөлә

Башҡортостанда башҡорт тархандары ойошмаһы төҙөлә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында уның тәүге ойоштороу ултырышы үтте. Тархандар йыйыны башлығы итеп Дамир Ҡыуатов, уның урынбаҫарҙары дәрәжәһенә Рәйсә Ғәйфуллина, Альбина Ильясова һәм Данил Ҡыуатов ҡуйылған. Ойошманың уставын да раҫлап тауыш биргәндәр йыйылышта. Хәҙер ошо устав нигеҙендә Тархандар ойошмаһына кереү өсөн ғаризалар алынасаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары шағир Ҡәҙим Аралбаев әйтеүенсә, Тархандар йәмғиәтен илдең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә лә булдырырға кәрәк. Сөнки боронғоно белеүҙең әлегә тиклем бер кемгә лә ҡамасаулағаны юҡ, телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмауҙа ла тарихты белеү ята.