Быйыл яҙғы һыу артыҡ булмаҫҡа тейеш. Иң мөһиме- яңы һыуһаҡлағыстар йырылмаһын. Ташҡынға ҡаршы комиссия хужаһыҙ быуаларға ҡарата борсола.
Башҡортостанда яҙғы ташҡындларҙы ҡаршы алып оҙатып ҡалырға әҙерлек бара. Белгестәр, быйыл уның артыҡ хәүефле булырға оҡшамауын хәбәр итә. Һәр хәлдә уның кимәле уҙған йылдағынан артмаҫҡа тейеш. Әйтеүҙәренсә, Ағиҙел сама менән 7 ярым 8- ярым метр, Ҡариҙел дә шул самаға күтәреләсәк, ә Дим йылғаһында максималь күрһәткес 700 сантиметрҙан артмаясаҡ. Башҡортостан кеүек ваҡ тау йылғаларына бай төбәктә былай аныҡ һандар менән атау ауырыраҡ әлбиттә. Күптәрҙең хәтерендәлер, 90-сы йылдарҙа Бөрйән районында йәйен тауыҡ кисеп сығырлыҡ Ҡуян йылғаһы ниндәй мәшәҡәтәр тыуҙырғайны.
Ошоға өҫтәп, быуа һәм һыуһаҡлағыстарҙың да техник хәле һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Рәжәб Нәбиуллин әйтеүенсә, инспекторҙар 40-ҡа яҡын быуаны тикшергән, рейд барышында ҡайһы бер быуаларҙың бөгөнгә тиклем хужаһыҙ булыуы асыҡланған. Йәғни яҙғы ташҡын мәлендә улар өсөн бер кем дә яуап бирергә теләмәй.
Ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында хөкүмәт премьер-министры Юрий Пустовгаров кинәйәле көләмәс һөйләп, ошондай битарафтарға янап та алды.
Ташҡын менән көрәшеүселәр сама менән йәнә ике аҙнанан йыйылып һөйләшәсәк. Ул саҡта инде ҡайһы ауыл -ҡасабаларҙы һыу баҫыуы ихтимал, кибеттәргә запас ризыҡ ташыу, эсәр һыу һәм дарыуҙар менән тәьмин итеүгә бәйле һуңғы әҙерлектәр ҡараласаҡ. Ошо саҡта барыһы ла әҙер булмаһа, Юрий Пустовгаров әйткән, Тура бойороҡтоң да эләгеүе ихтимал.