Әрмегә яҙғы саҡырыуҙа Башҡортостандан 6 мең 600, ә көҙөн 10 меңләп егет һалдат кейеме кейәсәк. Һөҙөмтәлә Азаровҡа- маҡтау ҡағыҙы.
Башҡортостан егеттәрҙе Рәсәй әрмеһенә ебәреү буйынса йәнә яҡшы уңыштарға өлгәшкән. Былтырғы йомғаҡтар буйынса комиссариат хәрби округта беренсе, ил буйынса икенсе һөҙөмтәгә ирешкән. Ошо шатлыҡ менән ҡотлап премьер-министр Рафаэль Байдәүләтов республика хәрби комиссары Тимофей Азаровҡа Иҙел буйы-Урал хәрби округының маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.
Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш 1-се апрелдән башланасаҡ. Хәҙер буласаҡ һалдаттар элекке йылдарҙағы кеүек ике йылға, шулай уҡ көҙгө саҡырылыштағы кеүек йыл ярымға түгел, ә бер йылға алына. Ошоға бәйле федераль ҡанун нигеҙендә социаль ташламаларҙан тыш, барлыҡ ташламалар ҙа ғәмәлдән сығарылды.
Яҙғы саҡырылышта Башҡортостандан 6 мең 600, ә көҙөн 10 меңләп егет һалдат кейеме кейәсәк. Был тиклем кешене әрмегә алыуҙың социаль көсөргәнешлек тыуҙырыуы бик тә ихтимал. Хәҙер совет заманынан айырмалы, егеттәр, тыуған ил һағына атлығып тормай, айырыуса донъя күргәнерәктәр төрлө сир табырға тырыша. Тик ябай ауыл малайҙары ғына илһөйәрлек тойғоларын ташламай. Аграр республика булған Башҡортостан саҡырылыш буйынса тәүге урындарҙы тап ауыл ерҙәре ярҙамында йыя.