Учалы егете Радмир Сәғитовты урыҫ булмаған өсөн туҡмағандармы. Новосибирскийҙа уҡып йөрөгән Учалы егете Радмир Сәғитовтың 20 йәше лә тулмайынса һәләк булыуы республика йәмәғәтселегендә Рәсәй әрмеһенә ҡарата нәфрәтте арттыра төштө. Рәсәй бөйөк дәүләт, уны сит дошмандарҙан һаҡлау- беҙҙең изге бурысыбыҙ тип илһөйәрлек тәрбиәләгән Башҡортостанда егеттәр хеҙәткә барыуҙы совет дәүерендәге кеүек үк оло мәртәбәгә һанай. Ә бына Радмирҙы ҡыйнап үҙ-үҙенә ҡул һалыу хәленә еткергәндән һуң республика йәмәғәтселеге араһында ниндәй дәүләтте кемдән һаҡлайбыҙ һуң тигән һорау тыуа. Иң аяныслыһы шунда, әрмелә туҡмалғандар башлыса башҡорт һәм татар балалары. Күндәмдәр, ни ҡушһаң шуны тыңлайҙар тип маҡтай уларҙы хәрби часть етәкселәре. Федераль именлек органына ҡараған сик буйы ғәскәрҙәре етәксеһе урынбаҫары Владимир Стрельцов Өфөгә килеп Мортаза Рәхимов менән осрашҡанда, Башҡортостандан был ғәскәргә саҡырылған егеттәр һәр ваҡыт яҡшы хеҙмәт итә тип маҡтап ултырҙы.
Бына шулай, күндәм ауыл малайҙары, ә белеүебеҙсә, бәйләнеше һәм аҡсаһы булған ата-әсәләр малайҙарын хеҙмәттән алып ҡалырға тырыша, йыйын урыҫ араһында ике йыл кәмһетелеп йәшәй.
Радмир Сәғитов та ошондай хәлгә дусар булыу арҡаһында ғына йәшәй ҙә башламаҫ элек үҙ-үҙенә ҡул һалды. Ошо хәлдән һуң Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ниһайәт егеттәрҙе яҡлап бер аҙым яһарға ҡарар ҡылды. Иртәгә Өфөлә урам йыйыны уҙғарыла. Унда башҡорттар ҡоролтайына башҡа милләттәр ойошмалары, ижтимағи берлектәр ҙә ҡушыла. Йыйын Рәсәй оборона министрығынан әрмеләге ошондай ҡанунһыҙлыҡты бөтөрөүҙе талап итә.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан егеттәрен яҙғы саҡырылышта йәнә Рәсәй әрмеһенә алып китеү башланды. Яҙын 6 мең 600 малай империя һаҡларға юллана. Башҡортостан хәрби комиссариаты үҙәк ҡушҡан һанды артығы менән үтәп йыл һайын хәрби округтан маҡтау ҡағыҙы ала. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының йәштәр ҡанаты лидеры Тимур Лоҡманов ошоға ҡарата сәйер ҡарашта булыуын белдерә. Ни өсөн халҡы ике-өс тапҡыр артығыраҡ Мәскәү беҙҙең тиклем үк һанда һалдат бирмәй. Республика егеттәрҙе ҡырып-һепереп әрмегә оҙатып ниндәй файҙа күрә. Радмирҙың фәжиғәле һәләк булыуы бәлки һан һәм дан артынан ҡыуыуҙы бер-ни тиклем кәметергә булышлыҡ итер.
Радмирҙың башҡорт йәки татар улы булыуында түгел бында әтнәкә. Урыҫ өсөн ул бары национал. Урам йыйына шуға күрә башҡорт та, татар ҙа берҙәй сығырға тейеш.