Республикала мәктәптәрҙә эшләгән 5 мең 200, шул иҫәптән 1 мең 150 уҡытыусы ҡыҫҡартыла.
Яңы уҡыу йылы башынан Рәсәйҙә мәғарифты йән башына финанслауға күсәсәктәр. Йәғни мәктәптәрҙе финанслау уҡыусылар башына ҡарап башҡарыла. Был әленән үк уҡытыусылар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Был айырыуса ауылдарға ныҡ ҡағыласаҡ.
Сөнки яңы федераль талаптар буйынса мәктәпкә аҡса уҡыусылар һанына ҡарап бүленәсәк. Ә күпселек ауылдарҙа уҡыусылар 50-60-тан уҙмай. Класта 1 генә уҡыусы булған мәктәптәр ҙә күп. Былар иһә ябылыу алдында тора. Ундағы уҡыусыларҙы үҙәкләштерелгән, 5-6 ауылға бер мәктәпкә йөрөтөп уҡытасаҡтар, күпме уҡытыусы, мейес яғыуы һәм йыйыштырыусы эшһеҙ ҡаласаҡ. Башҡортостанда мәктәптәрҙә урындар 672 мең балаға иҫәпләнгән булһа, әле 463 мең уҡыусы ғына бар. Йәғни 30 процент урындар буш тора. Тимәк иҡтисади йәһәттән мәктәптәрҙе үҙәкләштереү отошло.
Шул уҡ ваҡытта кеше факторы ла бар. Ауылдарҙа тап мәктәптәр төп мәҙәни һәм социаль үҙәк булып тора.
Яңы тәртиптәрҙән һуң 1-се сентябрҙән республикала мәктәптәрҙә эшләгән 5 мең 200, шул иҫәптән 1 мең 150 уҡытыусы ҡыҫҡартыла, 200 мәктәп филиал статусында ҡаласаҡ.