Рәсәйҙә эшкә һәләтле халыҡ һаны кәмеүгә табан бара. Был хеҙмәт баҙарында хәлдең киҫкенләшеүенә килтерә. Һөҙөмтәлә иҡтисад үҫеше хеҙмәт миграцияһына туранан тура бәйле. Бындай шарттарҙа Рәсәйҙә сит ил ватандаштарына ҙур урын бирелә. Был хәл Башҡортостан өсөн дә яңылыҡ түгел. Республика күпләп сит ватандаштарын эшкә йәлеп итеүсе төбәктәрҙең береһе. Һуңғы ете йыл эсендә эшкә урынлашыу хоҡуғы алған сит ил кешеләре 9 тапҡырға артҡан. 2001 йылда сит ил хеҙмәт көсө 2 меңдән артһа, хәҙер бирелгән квота 27 меңдән ашыу. Ҡайһы бер эш биреүселәр һалымдарҙан ҡасып уларҙы теркәмәйенсә эшкә ала. Йыл башынан алып ни бары 3 мең 114 кешене эшкә алыуҙары тураһында белдереү ҡағыҙҙары килгән. Былтыр ҡанунһыҙ мигранттар ҡатнашлығында 155 енәйәт ҡылыу осрағы теркәлгән. Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалтдинов әйтеүенсә, хеҙмәт баҙарында өҫтөнлөктө урындағы халыҡҡа биреү мотлаҡ.