Петр Бобылев пенсияға китте.Уға Тимер Петр тигән ҡушамат та тағылған.
Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында республиканың контроль-иҫәп палатаһына яңы рәйес тәғәйенләнде. Президент Мортаза Рәхимов был вазифаға Валерий Кургузовты тәҡдим иткәйне. Уның кандидатураһын барыһы ла хуплап тауыш бирҙе. Шулай итеп 38 йәшлек Валерий Кургузов республиканың төп контролерын алмаштырҙы. Ул быға тиклем хөкүмәт аппаратында хоҡуҡи экспертиза бүлегендә мөдир булып эшләне. Ултырышта ҡатнашҡан 106 деппутаттың барыһы ла ыңғай тауыш бирҙе.
Петр Бобылевҡа килгәндә, Башҡортостанда контроль орган барлыҡҡа килеү менән, йәғни 1993-сө йылдың 14-се июненән алып етәкләне. Палата ҡаҙна аҡсаһын тәләфләүҙе контрольдә тотоу өсөн хатта Федераль Иҫәп палатаһынан да алғараҡ ойошторолғайны. Әйткәндәй мәскәүҙәр тап Башҡортостан тәжрибәһен ҡулланып үҙ контролен булдырған. Хәҙер Петр Бобылев пенсияға китә. Уға Тимер Петр тигән ҡушамат та тағылған.
Бобылев ҡулынан байтаҡ етәкселәр ҡәнәфиҙәре менән дә хушлашты. Уның палатаһы тикшергәндән һуң финанс мутлыҡтар асылып, 17 миллион һум етмәү сәбәпле элекке мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Хәләф Ишморатов эшенән алынды. Өфөнөң элекке башлығы Рәүф Ноғоманов, бер-нисә райондың хакимиәт башлыктары ла контроль-иҫәп палатаһы ревизияларынан һуң урындарынан тороп ҡалдылар.