Шишмә районы Бочкаревка ауылында урындағы кибет талаған 22 йәшлек ир тотолған. Ул һатыусыны бысаҡ менән ҡурҡытып кассанан 9 мең һум аҡса, һатыусының кеҫә телефонын талап ала һәм ҡасырға уйлай. Әммә һатыусы баҙап ҡалмай, енәйәтсенең артынан йүгерә. 22 йәшлек был кешене урамда ике ир тота. Һорау алғанда ул магазин талағанда иҫерек булыуын әйткән.
Хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев хакимиәт башлыҡтарын һүтә башланы. Шаршамбы көн махсус кәңәшмәлә ауыл хужалығын үҫтереү программаһы тикшерелде. Раил Сарбаев эште һүлпән алып барыусы етәкселәрҙе ҡаты ғына тәнҡитләне. Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре Контроль-иҫәп палатаһы вәкилдәре менән Стәрлебаш һәм Салауат райондарына сығып һәр баш һыйырҙы иҫәпләйәсәк тине ул. Дөйөм алғанда Раил Сарбаев 11 райондың башлыҡтарын насар эшләүҙә ғәйепләне, ауыл хужалығы бөтөү алдында тора тип тә белдерҙе.