Башҡортостанда һыуға батып үлеүселәр һаны арта. Май айында ғына ошондай 7 кеше батҡан. Ғәҙәттә, эсеп алған кешеләр батырайып һыуға төшөүсән. Был ҡорбандар ҙа тап хәмер арҡаһында булған. Йыл башынан Башҡортостанда унһигеҙ кешенең ғүмере һыуҙа өҙөлә.
Республикала һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә йәйҙең беренсе көнөндә асыла. Ғәҙәттәгесә, йылға -күл буйҙарында кафе асырға теләүсе эшҡыуарҙар ҙа байтаҡ. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығының Башҡортостандағы бүлеге етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсимова әйтеүенсә, әле тиҫтәләгән йүнсел ошондай ниәт белдергән. Миҙгел асылыуға тиклем идаралыҡ белгестәре урындарҙа тикшереүҙәр уҙғарырға тейеш. Әгәр ҙә ҡуйылған талаптар үтәлмәһә эшҡыуарҙарҙы 100 мең һумға тиклем штраф көтә.