Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы аҡса тотоноу буйынса-3-сө урында

Республика үҙәк һайлау комиссияһы ултырышынан һуң Мәскәүҙә лә ошондай йыйын үтте. Унда төбәктәрҙәге комиссияларҙың 2-се марттағы һайлауҙарҙы нисек уҙғарыуы, был эштең күпме сығымдар талап ителеүе ҡаралған. Федераль ҡаҙна президент һайлауына 5 миллиард 125 миллион һум бүленгән булған. Ошо сумманың 5 миллиарды комиссияларға бирелгән. Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән ҡала өсөнсө урында аҡса тәләфләү буйынса Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы. Ошо көндәрҙә мөҙҙәттәре тамамланған комиссия Дмитрий Медведев һайлауында 141 миллион ярым һум тотонған.
Республикала сумманның башҡа төбәктәргә ҡарағанда күберәк булыуын аҡларға ла мөмкин. Сөнки республика ҙур, дөрөҫөрәге ваҡ ауылдар күп. Шуға күрә һайлау участкалары ла күп. Уларҙың һәр береһен ойоштороу, комиссияла эшләүселәргә эш хаҡы түләү һәм башҡалар ҙур сығымдарға килтерә.