Өфөлә дин белгесе, табип һәм мәғрифәтсе Зәйнулла ишан Рәсүлевтың исеме мәңгеләштерелә.
Баш ҡала хакимиәте Өфөләге урамдарҙың береһенең исемен алыштырыу тураһындағы ҡарар ҡабул итте. Тиҙҙән Яңы күпер урамына Зәйнулла Рәсүлев исеме биреләсәк. Документҡа ярашлы, бында йорттарҙағы алтаҡталар алыштырыла, туҡталыштың исеме ле яңыртыласаҡ.
Билдәле мәғрифәтсе хөрмәтенә Учалы районындағы Юлдаш мәктәбенә уның исеме бирелгән. Бынан тыш Шәрип ауылында, Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында мемориал таҡтаташтар, Учалы ҡалаһында ишандың бюсы ҡуйыла.
Зәйнулла ишандың тыуыуына 175 йыл тулыу республика хөкүмәтенең махсус бойроғо менән киң билдәләнә. Өфөлә тел һәм дин белгестәре ҡатнашлығында конференция үтте, тантаналы ултырыш уҙғарылды.