Башҡортостанда йәштәр ауылда ҡалырға теләмәй, һөҙөмтәлә ауылдар хәҙер ҡарттар йорттарын хәтерләтә.
Ошоға өҫтәп мәктәптәрҙе эреләтеп ваҡ ауылдарҙа ябыу ауылдарҙы бөтөнләй һүндерәсәк. Ауылда тыуып үҫкән йәштәр төрлө сәбәптәр менән оло ҡалаларға китергә ашҡына. Берәүҙәр юғары уҡыу йортона керә, икенселәре эшкә китә. Хәҙер республикала ауыл ерҙәрендә йүнселлек менән шөғөлләнеүселәр өсөн мәғлүмәт дәрестәре алып барырға әҙерләнә. Ҡайһы бер хужалыҡтар йәштәрҙе ауылға, колхозға бәйләүҙең әкәмәт юлдарын да тапҡан. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районы хужалыҡтары. Унда йәштәрҙе ауыл еренә эшкә йәлеп итеү өсөн хәрби хеҙмәткә алыныусы йәш механизаторҙарға, улар армияла саҡта, эш хаҡы түләй башлай. Бының өсөн әрмегә алыныусыға махсус иҫәп асыла һәм аҡса шунда күсерелә бара, тик бер шарт – хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас ул өс йыл дауамында ошо хужалыҡта эшләргә тейеш. Колхоз әлегә уларҙың иҫәбенә уртаса эш хаҡы 3- 3 ярым мең һум һалып бара.
Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү мәсьәләһен хөкүмәт кимәлендә лә тикшергәйнеләр. Унда был маҡсатта махсус бизнес мәктәптәр асырға килештеләр. Уларҙың эшмәкәрлеге республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты уҙғарған социологик тикшереүҙәргә нигеҙләнәсәк. Белгестәр фекеренсә, йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү өсөн хоҡуҡи базаны камиллаштырыу ҙа мөһим. Өфөлә үҙ эшен асыусыларҙың өстән бер өлөшө утыҙ йәшкә тиклемгеләр, әммә уларға ғәмәли тәжрибә етмәй. Айырыуса был ауыл ерҙәренә ҡағыла.