Башҡортостанда ырыуҙар йыйыны уҙғарыу заманса модаға әйләнде.
Түңгәүерҙәр, үҫәргәндәр, табындар һәм ҡатайҙарҙан ҡала бөгөн бөрйәндәр ҙә ҡор йыя. Бөрйән ырыуы йыйыны Баймаҡ районында үткәрелә. Унда Сибай, Көйөргәҙе, Бөрйән, Әбйәлил, Ейәнсура, Әлшәй, Миәкә, Дәүләкән, Күгәрсен, Федоровка, Стәрлебаш райондары, шулай уҡ Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләренән делегаттар саҡырылған.
Бөрйәндәр иң күп һанлы ырыу иҫәпләнә. Улар исем биргән Бөрйәнгә ҡарағанда күберәк Урал аръяғы төбәгендә төпләнгән.