Парламент депутаттарының президиум ултырышы көн тәртибендә иң мөһим мәсьәлә ауыл-ҡасабаларҙың исемдәрен үҙгәртеү
Парламент депутаттары уның көн тәртибен раҫлау өсөн президиум ултырышы үткәрҙе. Унда сессияға йомғаҡ та яһаласаҡ. Парламенттың урындағы үҙидаралыҡ комитеты рәйесе Зөфәр Еникеев үҙ комитетының яҙғы сессияла 5 ҡанун әҙерләүен әйтте һәм улар араһында иң мөһиме тип ауыл-ҡасабаларҙың исемдәрен үҙгәртеүҙе атаны. Юғиһә ҡайһы берәүҙәрҙең паспортында тыуған урыны тип Свиноферма йәки Политотдел тип яҙылған тине ул.