Өфө аэропортында сәфәр мәсете асыла

Республика мосолмандарының быйылғы йыйыны Шишмә районында үтәсәк. Оло ҡор Хөсәйенбәккә арнала. Республика диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, йыйын барышында балалар араһында Ҡөрьәнде ятҡа һөйләү буйынса ярыш та үтәсәк. Тик был сараны уҙғарыуға республика мосолмандары диниә назараты ҡыҫылмай, уны Тәлғәт Тажетдин ойоштора. Йыйында ҡатнашыусылар төбәктәге тәүге рухани Хөсәйенбәктең кәшәнәһенә лә барасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта Өфөлә йәнә бер ғибәҙәтхана асыла. Ошо көндәрҙә Өфө аэропортында мәсет эшләй башлаясаҡ. Республика мосолмандары диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Азатлыҡ радиоһы журналисына әңгәмәһендә Башҡортостанда мәсеттәрҙең күпләп төҙөлөүе рухи таҙалыҡҡа алып килә тип билдәләне.