Парламент махсус комиссия төҙөп ришәүәтселеккә ҡаршы үҙ көрәшен башланы.
Рәсәйҙә хәҙер иң модалы һәм күп ҡуланылған һүҙ - Коррупция, дөрөҫөрәге уға ҡаршы көрәш. Был йәһәттән Башҡортостан да ситтә ҡалмай әлбиттә- республика парламентында коррупцияға ҡаршы көрәшеү комиссияһы ойошторолдо. Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙа барлыҡҡа килгән комиссияның төп бурыстары – дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында коррупцияға ҡаршы тороу, республика ҡанундарын коррупция менән көрәшеү күҙлегенән тикшереү һәм анализлау. Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың коррупцияға ҡаршы көрәшеү комиссияһы 9 депутаттан тора.
Тәүге ултырышта Радий Хабиров темаһы ла күтәрелгән. Уның ҡайһы бер мутлыҡтары асыҡлана башланы тип белдерә депутаттар.
Радий Хәбировтың вазифаһынан бушатылыуы , уның килемдәр һәм милек тураһындағы декларацияһындағы мәғлүмәттәренең тулылығы һәм дөрөҫлөгөн тикшереү республика һәм федераль матбуғат баҫмаларында күпләп яҡтыртыла.
Был ваҡиға хаҡында “Известия”, “,Независмая газета”, “Коммерсант”, “Ведомости”, “МК” һәм башҡа үҙәк баҫмалар яҙып сыҡты ла инде. Уларҙың барыһы ла хакимиәт етәксеһенә ҡарата башланған тикшереүҙе хәҙерге Рәсәй өсөн тиңе булмаған хәл тип баһалай һәм коррупцияға ҡаршы көрәште дәүләт кимәленә күтәргән Рәсәй өсөн уның мөһимлеген билдәләй.
Күпселек баҫмалар Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһының коррупцияға ҡаршы комиссияһы мәғлүмәттәренә таянып хәҙер инде вазифаһынан бушатылған президент хакимиәте етәксеһенең төрлө урындар өсөн йәшерен хаҡтары булыуы хаҡында хәбәр итә. Ошо документҡа ярашлы Дәүләт думаһындағы урын 30 миллион, Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай өсөн 6, президент аппаратының бүлек етәксеһе вазифаһы 5 миллион, ябай белгес урыны бер миллион ярым һум менән баһалана.
“Уфимские ведомости” азналыҡ газетаһы юғары вазифаны биләүсе дәүләт хеҙмәткәренең һалым декларацияһына үҙенең күпселек мөлкәтен ,,индергә онотоуын,, уҡ ҡанунды боҙоу тип һанай. Миҫал итеп, был баҫма уның Өфө ҡалаһының Яңы күпер урамындағы элиталы йорттағы ике фатирын, шулай уҡ Баҡса, Аврора һәм Достоевский урамдарындағы фатирҙарын да килтерә. Башҡа баҫмалар коррупцияға ҡаршы комиссияның мәғлүмәттәренә таянып Хәбировтың үҙ кешеләренә ғәмәлдәге ҡанундарҙы урап күсемһеҙ милек бүлеүе хаҡында ла хәбәр итә.