Республика хөкүмәтендә үҙгәрештәр буласаҡ

Үҙгәрештәр әленән үк башланды.
Республика хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаев “Интерфакс” агентлығына әңгәмә биреп Башҡортостан яңы үҫеш юлына сыҡты- конкурентлыҡ һәләтенә инновация төҙөйбөҙ тип белдергән. Ошо уҡ әңгәмә Башҡортостан ру сәхифәһендә лә баҫылды.

Ул Башҡортостан Хөкүмәтендә үҙгәрештәр булыуы ихтимал тип белдерә. Улар хөкүмәттәге һәр ағзаның эш һөҙөмтәләренә бәйле буласаҡ. Кешенән файҙа юҡ икән – тимәк уның урыны ла бында түгел, тигән премьер.

Үҙгәрештәр әленән үк башланды. Тәбиғәт менән файҙаланыу, урман ресурстары һәм экология министрлығы бөтөрөлдө, уның етәксеһе Алфрет Фәүхетдинов «икенсе эшкә күсеү сәбәпле» эшенән алынды. Яңы ойошторолған Тәбиғәт менән файҙаланыу һәм Экология министрлығы өсөн Иҙел Шәйәхмәтов яуаплы буласаҡ. Урман хужалығы министры итеп Рәжәп Нәбиуллин тәғәйенләнде. Был турала президент фармандары бар.

Рәжәп Нәбиуллин сығышы менән Ишембай районынан. Быға тиклем Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарған. Иҙел Шәйәхмәтов иһә Ейәнсуранан. Ул әлегәсә ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән.

Раил Сарбаев әңгәмәһендә торлаҡ мәсьәләһе буйынса ла фекерен белдергән. Ул Өфө башлығы Павел Качкаевтың да етешһеҙлектәре атай. Ул уны торлаҡ төҙөлөшөндәге аҡса әйләнешен контролдә тота алмауҙа битәрләй. Бындай төҙөүсе һәм инвестроҙар яуап тоторға тейеш ти премьер-министр.