Радий Хәбировтың фирҡәлек ағзалығы тергеҙелгән

Был турала интернет сәхифәләре хәбәр итә. Унда яҙылыуынса, Мәскәүҙә “Берҙәм Русия”нең ултырышы үткән. Фирҡәнең матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, көн тәртибендә бер генә мәсьәлә - Башҡортостан президенты хакимәтенең элекке етәксеһенең фирҡәлеген кире ҡайтарыу ҡаралған.

Унда шулай уҡ Башҡортостанда фирҡәнең таяҡты үтә бөгөүе лә белдерелгән. Ошо уҡ хәл бер ниндәй тикшереүһеҙ Радий Хәбировты фирҡәнән сығарыуына ла ҡағыла. “Берҙәм Русия” өсөн күпме эштәр башҡарған чиновникты тиҙ генә фирҡәнән сығарып ташлау тәнҡитләнгән.