Йәштәр нишләп үҙ-үҙенә ҡул һала?

Белорет районы Ғөбдәк ауылында ҡотосҡос фажиғә булды.
Бер-береһен яратышып йөрөгән йәштәр икеһе бер төндә яҡты донъянан киткәндәр. Ҡыҙына үпкәләгән егет үлемдең ҡурҡыныс һәм тиҙ генә төрөн һайлай. Ул тимер юл күпере башынан юғары вольтлы электр сымына һикереп йәбешә. Тап ауыл эргәһенән тимер юлы үтә. Ул бында Инйәр йылғаһы менән киҫешә. Егет кеше тап шул күперҙең иң юғары нөктәһенән һикереп ток сымына йәбешә лә инде. Һөйгәненең һәләкәтен күтәрә алмаған ҡыҙ ошо уҡ төндө аҫылынып үлә. Уларға 20 йәш тә тулмаған.

Ғөмүмән, һуңғы осорҙа республикала йәштәр, үҫмерҙәр һәм бәлиғ булмағандар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар арта бара. Белгестәр был күренеште йәштәрүҙең психикаһы ҡаҡшауҙа, улар менән эшләүсе махсус белемле белгестәр булмауҙа күрә. Ҡағиҙә буйынса мәктәптәрҙә психолог вазиваһы булһа ла, арзан хаҡҡа, етмәһә ауыл ерендә был эшкә атлығып тороусылар йомшағыраҡ әйткәндә бик тойолмай.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәхкәмәһе уҡыусы үлемендә ғәйепле физкультура уҡытыусыһына ҡарата хөкөм язаһы сығарған. Бала үлемендә ғәйепле педагогты мәхкәмә бер йылға шартлы рәүештә хөкөм иткән. Мәхкәмә ҡарары буйынса физкультура уҡытыусыһы, унан тыш ҡаланың был мәктәбенән тағы 3 кеше эштән сығарылған.

Мәғлүм булуынса, быйыл март айында Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәренең береһендә физкультура дәремсе ваҡытында бер бала һәләк булғайны. Ныҡлап беркетелмәгән футбол ҡапҡаһы туп тейеүҙән аунай һәм 5-се класта уҡып йөрөгән ҡыҙ Баланы баҫып үлтерә.