Ирәндектәге янғын төбәктә генә осрай торған һирәк үҫемлектәр, ҡыр хайуандары өсөн хәүеф менән янай.
Бернисә көн элек башланған янғындың көслө урындары туҡталығайны, әле иһә Ғәҙелша шарлауығы янында ер яна. Әгәр тәүге осраҡта ут тәмәке төпсөгөнән сығып китһә, әле һүндерелмәй ҡалған усаҡ янғынға сәбәпсе булған, ти белгестәр. Бында ут һаман да һүндерелмәгән, яна бирә. Сөнки ут тауҙа бара, бында махсус техника үтә алмай, барлыҡ эште ҡул көсө менән башҡарырға тура килә.