Салауат ҡалаһы мәхкәмәһе ике йәш кешегә ҡарата яза ваҡытын билдәләгән. Ирле-ҡатынлы был пар 26 осраҡ мутлыҡта ғәйепләнгән. Икеһе лә элек хөкөм ителгән был кешеләр пенсионерҙарҙы алдап аҡса йыйған.
2007-се йылдың ноябренән 2008-се йылдың ғинуарына тиклем улар үҙҙәрен социаль тәьминәт хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып өлкән йәштәге пенсионерҙарҙың фатирҙарына йөрөгән. Ышаныусан кешеләрҙе төрлө түләүҙәр һәм өҫтәлмәләр менән алдап Банк Приколов, Мутлыҡтар банкы билеты, йәғни ялған аҡса биргәндәр һәм уны ваҡлауҙарын үтенгәндәр. Ошо юл менән енәйәтселәр 50 мең һум аҡса эшләгән, унан тыш кеҫә телефондары һәм аҡса урлағандар. Бер пенсионер әбейҙе талап 20 мең һумын алып сыҡҡандар.
Енәйәтселәр 6 һәм 7 йылға иректәренән мәхрүм ителгән.
Республика хөкүмәтендә кадрҙар алмаштырыла
Республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры итеп Рауил Ибәтуллин тәғәйенләнде. Башҡортостан президенты ошо туралағы указын имзаланы. Рауил Ибәтуллин Омский өлкәһендә тыуған, Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған. 2006-сы йылдан әлегә тикклем ул 3-сө төҙөлөш идаралығы етәксеһе булып эшләй.
Хәмит Мәүлийәров хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, төҙөөлөш, архитектура һәм транспорт министры вафзифаһынан бушатылды. Республика президентының рәсми сайты уның эштән үҙ теләге менән китеүен хәбәр итә.
Балалар йортонда үҫмерҙе үлтереп киткәндәр
Күгәрсен районы Йомағужа балалар йортонда 17 йәшлек үҫмерҙе үлтереп киткәндәр. Уның мәйетен балалар йортоноң алдында табалар. Ваҡиға урынын милиция хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр тикшерә. Республика прокуратураһы ҡарамағындағы Мәләүез район-ара тикшереү бүлегенең өлкән тәфтишсеһе Вадим Ғүмәров әйтеүенсә, әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле шаһиттар һүҙенән шикле берәүҙең үлтерешкә ҡыҫылышлы булыу-булмауы тикшерелә.