Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы тәүге ултырышы 18-се сентябрҙә буласаҡ.
Депутаттар ҡарамағына 42 ҡанун проекты тәҡдим ителә. Улар араһында Башҡортостан конституцияһының 122-се статьяһына, шулай уҡ республиканың дәүләт символикалары тураһындағы ҡанунға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһындағы проект та бар. Республика парламентының дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты рәйесе Зөфәр Сафин белдереүенсә, үҙгәрештәр республика гимнының һүҙҙәрен ҡабул итеүгә бәйле.
Мәғлүм булыуынса, гимндың һүҙҙәрен шағир-депутат Рауил Бикбаев ижад итте, урыҫ теленә гимндың көйө авторы Фәрит Иҙрисов тәржемәләне. 18-се сентябрҙә ҡоролтай ултырышында уны тәү тапҡыр хор капеллаһы башҡарасаҡ. Депутаттар ҙа гимнды караоке ярҙамында башҡара аласаҡ.