Хәҙер республиканың дәүләт гимны көйҙән генә тормай, ә музыкаль-поэтик әҫәр булараҡ башҡарыласаҡ.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы тәүге ултырышында республика конституцияһының 122-се статьяһына һәм Башҡортостандың дәүләт билдәләре тураһындағы ҡанундарға үҙгәрештәр индерелде. Йәғни хәҙер республиканың дәүләт гимны көйҙән генә тормай, ә музыкаль-поэтик әҫәр булараҡ башҡарыласаҡ. Йәйәләр эсендә әйтеп китәйек Салауат Юлаеав составындағы чехтар һәм канадтар уны нисегерәк башҡарыр икән.
Гимн шиғыры шағир һәм депутат Рауил Бикбаев менән ғалим, тел белгесе рәшит Шәкүр гимн көйө авторы Фәрит Иҙрисов һәм руссаға тәржемәләүҙә ярҙамлашҡан Светлана Чураеваның берлектәге ижад емеше. Гимнды парламент ултырышында республика дәүләт хор капеллаһы дәүләт телдәрендә башҡорттса һәм урыҫса башҡарып та ишеттерҙе. Депуттар уны дәүләттең төп йыры булараҡ аяҡ үрә баҫып тыңланы.
Депутат Рауил Бикбаев менән ғалим Рәшит Шәкүр ошо ҙур яңылыҡты ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыуына шат булыуҙарын йәшермәй. 18 йылдан һуң 160 шиғыр араһында еңеүе ҡыуаныслы әлбиттә. Ултырышта депуттар Илдар Ғимаевтың вәкәләттәрен алдан туҡтатыу тураһында ла тауыш бирҙе. Мәғлүм булыуынса, Ҡоролтай депутаты Илдар Рәйес улы ауырыу сәбәпле ваҡытһыҙ вафат булғайны.
Ә бына маршрут автобустарында юлсылар ташыу тураһындағы ҡанун проектының ҡабул ителгән осраҡта ла ғәмәлгә ашырылмауы ихтимал. Ҡайһы Бер сығанаҡтарҙан ишетелеүенсә, республика прокуратураһы был ҡанунды ялыуларға йыйына икән. Маршрут таксиҙарын һәм газелдәрҙе халыҡ ташыуҙан туҡтатыу ул кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты быуыу тигән һүҙ тип иҫәпләй прокуратура хеҙмәткәрҙәре. Уларҙы тыйған осраҡта башҡортостанда юлсылар ташыу өсөн хоҡуҡлы берҙән-бер ширҡәт - Башавтотранс ҡына ҡаласаҡ. Ялыуларға йыйыныуҙың асылы ооға ҡайтып ҡала.
Ә был көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында автобус операцияһы бара. Гаишниктар рулдә ултырыусыларҙың эскәнлеген генә тикшереп ҡалмай, уларҙың техник документтары ла тикшерелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре ралина Солтанова әйтеүенсә, 2 аҙнанан саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт эсендә 6 мең тәртип боҙоу асыҡланған.