Ҡытайҙар Рәсәй биләмәләренән ҡыуыла

Башҡортостанда Ҡытайҙан килгән бер эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше асылған.
Ул Кушнаренко районы биләмәләрендә ҡанунһыҙ миграция ойоштороуҙа ғәйепләнә. Ҡытай ватандашы үҙ ватандаштарын тейешле рөхсәт ҡағыҙһыҙ эшләткән. Ҡытайҙың 16 кешеһе Рәсәй биләмәләренән ҡыуыласаҡ.