Һайлауҙар менән беррәттән референдум да үтә

Унда халыҡ ауылдарҙы бер-береһенә ҡушыуға мөнәсәбәтен белдерәсәк.
Башҡортостанда һайлауҙарға әҙерлек бара. Бөгөндән президент хакимиәте, министрлыҡ-ведомстволар белгестәре райондарҙа ауыл хакимиәттәре өсөн семинарҙар башлай. Унда ауылдарҙы эреләтеүҙең ыңғай яҡтарын аңлатасаҡтар.

Ә республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәжитов тура бәйләнештә халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, 2 мең 17 кеше депутатлыҡҡа дәғүә итә, уларҙың яртыһы тиерлек берҙәм Рәсәй фирҡәһенән, тағы шул самаһы үҙ-үҙен тәҡдим иткән. Коммунистар, либерал-демократтар бармаҡ менән һанарлыҡ, ә “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһенән кандидаттар бөтөнләй юҡ.

Әйтелеүенсә, 5-се октябрҙәге муниципаль һайлауҙар менән беррәттән референдум да үтә. Унда халыҡ ауылдарҙы бер-береһенә ҡушыуға мөнәсәбәтен белдерәсәк. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәжитов әйтеүенсә, һайлаусыларҙың 50 проценты һәм шуға ҡушып тағы бер кеше ыңғай тауыш биргән осраҡта ғына ҡушылыу буйынса референдум ғәмәлгә ашҡан тип иҫәпләнәсәк. Ҡушылырға тейешле ике ауылдың береһендә генә лә ыңғай тауыштар 50 процент плюс бер тауыш булмаһа, ул ғәмәлгә ашмаясаҡ.