Өфөлә урам йыйыны үтәсәк

Башҡортостандағы сәйәси хәлдәр һаман да бер ипкә килмәй.
Республика президентына, премьер-министрға төрлө ғәйепләүҙәргә ҡарата халыҡтың реакцияһы ла төрлөсә. Милли мәсьәләгә килеп терәлгәс башҡорт ойошмалары, хөкүмәт яҡлымы ул, әллә оппозициямы берләшергә булған. “Күк бүре” ойошмаһы ла урам йыйыны уҙғарырға әҙерләнә. Бынгда Урал үҙәге лә, Аҡ тирмә лә ҡатнашасаҡ. “Күк бүре” ойошмаыһ етәкселәренең береһе Тимур Мөхтәров ошолай тип белдерҙе.

Ул урам йыйынында башҡа милли үҙәктәрҙең ҡатнашыу-ҡатнашмауын әйтә алманы. Татар, башҡа милли ойошмалар менән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы йәки башҡорттар ҡоролтайы бәлки һөйләшеүҙәр алып баралыр, тик беҙ түгел тине ул.