Хәйбулла һәм Йылайыр райондарында мәктәптәр төҙөләсәк

Республика театрҙары һаны тағы ла берәүгә арта.
Уны Өфө хореография училищеһы эргәһендә һалыу ҡаралған. Яңы мәҙәниәт усағы Рудольф Нуриев исемен йөрөтәсәк. Театр тәү сиратта хореография училищеһы уҡыусыларының сығыштарын күрһәтеү өсөн тәғәйенләнә. 250 тамашасыға иҫәпләнгән объекттың проект авторы архитектор Сергей Галдобин. Ике ҡатлы бина уҡыу йортоноң Свердлов урамында урынлашҡан төп корпусына төкәтмә буласаҡ. Төҙөлөш киләһе йылда башланыр, тип күҙаллана. Республика хөкүмәте киләһе йылда республика бюджеты иҫәбенә төҙөләсәк мәктәптәр исемлеген дә раҫланы. Яңы мәктәптәрҙең күпселек өлөшө Хәйбулла һәм Йылайыр райондарына тура килә - Төбәк киләһе йылда республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһен ҡабул итә.

15 йыл эсендә республикала 700 мәктәп төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән. Белем биреү селтәренең яңырыуы уның әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләүен дә талап итә. Хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә белем биреү тармағының айырым көнүҙәк мәсъәләләре өйрәнелде. Хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев көн тәртибенә сығарылған мәсъәләне үтә яуаплы тип атай. Ул балалар йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға ҡағыла.

Был учреждениеларҙа тәрбиәләнеүсе балаларҙың берҙән-бер өмөтө һәм таянысы күп осраҡта дәүләт булып ҡала. Хөкүмәт премьер-министры балалар йорттарының хәле менән был учреждениеларға барып, яҡындан танышҡан. Уларҙың барыһында ла хәл итәһе мәсъәләләр бар. Әле республикала 36 дөйөм белем биреү мәктәп–интернаты, 37 махсус-коррекция мәктәп интернат, 28 балалар йорто бар. Уларҙың күбеһе ҡулайлаштырылған биналарҙа урынлашҡан һәм талаптарға яуап бирмәй.

Был учреждениеларҙа тәрбиәләнгән балаларҙың йәшәү шарттарын уңайлы, тип әйтеүе ауыр. Шуның өсөн дә махсус дөйөм белем биреү йорттарының матди-техник базаһын нығытыу йәһәтенән сараларҙы билдәләү мөһим. Республикала әле эшләгән 4 коррекция мәктәп-интернаты, 3 балалар йорто төҙөлөүгә 50 йылдан ашыу ваҡыт үткән. 30-40 йыл дауамында капиталь ремонт башҡарылмай эшләгән ошондай учереждениелар ҙа бар.