Бурҙар сымдарҙы ла, бағаналарҙы ла сәлдерә

Әбйәлил районында билдәһеҙҙәр ике саҡрым ярым оҙонлоҡтағы сым урлаған.
Күрелгән зыян миллион ярым һумға баһалана. Енәйәтселәр шулай уҡ тимер – бетондан ҡойолған 45 бағананы ла алып киткән. Был маҡсатта бурҙар йөк күтәргес машиналар ҡуллана.

Бурҙарҙың Силәбе өлкәһенән булыуы ихтимал. Сөнки енәйәт урынында күрше төбәк номерҙары ҡуйылған машиналарҙы күреүселәр бар.