Мәсетлелә эскесе ҡатындарҙы мәжбүри дауалайҙар

Мәсетле районының ҡатын-ҡыҙҙар советы эскелек менән мауыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарға иғтибарын арттыра.
Шура тәҡдиме менән район үҙәк дауаханаһы ҡарамағында махсус изолятор булдырылған. Бында дауалау курсы үткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе сәләмәт тормошҡа ҡайта, эшкә урынлаша, ғаиләләрендә тәртип урынлаштыра.

Район ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Фәнжиә Ҡәләмова әйтеүенсә, ауылдарҙа йәшел йылан менән дуҫлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар һаны кәмей бара. Йыл башынан изоляторҙа дауаланып сыҡҡан 32 ҡатын эскелектән баш тартҡан.