Башҡортостан мосолмандары хаж ҡыла

Башҡортостандан сираттағы төркөм Сәғүд Ғәрәбстанына хажға барып етте.
Хажиҙарға изге сәфәргә Урал-хаж төркөмө ярҙам итте. Уның етәксеһе Заһир Фәлин әйтеүенсә, төркөмдә 62 кеше. Улар 30-сы ноябрь Өфө аэропортынан осҡандар. Хажиҙар Мәккә һәм Мәҙинәлә 24-се декабргә тиклем буласаҡ.

Хажға бара алмаған мосолмандар иһә Ҡорбан байрамын урындарҙа билдәләйҙәр. Исламдың төп дини байрамдарының береһе быйыл 8-се декабргә тура килә. Морат хәҙрәт әйтеүенсә, ҡорбан һәр мосолман өсөн зарур.

Башҡортостанда ҡорбан салыу барлыҡ мәсеттәрҙә, шулай уҡ баҙарҙарҙа башҡарыласаҡ. Мәҫәлән, Өфөләге Ихлас мәсетенә 200 һарыҡ килтерәсәктәр. Ҡорбан һарығының хаҡы 4 мең ярым һум самаһы.