Республикала Рәсәй эшсе-крәҫтиән хөкүмәтенең башҡорт хөкүмәте менән “Башҡортостандың совет автономияһы” тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуының 90 йыллығы байрам ителәсәк.
1919 йылдың 20 мартындағы килешеү Рәсәй составында милли-территориаль берәмек булараҡ Башҡортостан дәүләтселеген аяҡҡа баҫтырыуҙа тарихи әһәмиәткә эйә. Килешеүҙең 90 йыллығына арналған саралар март айында үтәсәк.