Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 77 йыл.
Әҙип 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Совет Милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән сығып ҡарауы сәбәпле эҙәрләүҙәргә дусар була. Шағир иҫән сағында күп әҫәрҙәре баҫылмай. 1964 йылда яҙылған 1937 йыл поэмаһы, шағирҙың вафатына 10 йыл үткәс, 1987 йылда ғына нәшер ителә. Уға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы ла үлгәндән һуң бирелә.
Башҡортостанда Рәми Ғарипов исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарылған. Салауат районында шағирҙың музейы эшләй. Әҙип тамамлаған Өфөләге 1-се һанлы республика мәктәп – интернаты уның исемен йөрөтә. Тик бөгөн республика кимәлендә әллә ни ҙурҙан билдәләнмәне шағирҙың тыуған көнө. 3 йылдан уның 80 йылылғы киңерәк билдәләнер тигән өмөт бар.