Маргарет Эрсен Раш немец студенттары өсөн башҡорт теле китабы сығарҙы

Хәҙер Германия студенттары ла башҡорт телен өйрәнә башлай.
Яңы баҫма нәшриәттә, уҡыу йорттарына сама менән бер-ике айҙан барып етергә тейеш. Маргарет Раш уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Башҡортостанға килеп ҡайтҡандан һуң башҡорт телен етди өйрәнә, артабан Майнц, Франкфурт һәм Берлинда немец студенттарына башҡорт телен өйрәтә.