Уның сиктәрендә был өлкәлә йәшәгән башҡорт рәссамдарының күргәҙмәһе ойошторола.
Томскийҙа башҡорттарҙың ялҡын үҙәге эшләй, ҡумыҙсыларҙың “Таң” ансамбле, “Ағиҙел” хорография студияһы бар.
Был күргәҙмә билдәле рәссам Эрнст Дүсмәтовтың хәтеренә арнала. Эрнст Дүсмәтов - беҙҙең яҡташ, 1949 йылда Борайҙа тыуа. Һуңғы 25 йылда Томскийҙа йәшәй, төбәктәге рәссамдар берлеген етәкләй. Быйыл ғинуарҙа вафат була.
2002 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Томск өлкәһендә 2 мең самаһы башҡорт йәшәй. Уларҙың мең ярымы нефть эшкәртеү предприятиелары күпләп урынлашҡан Стрежев ҡалаһында, 500-ләбе өлкә үҙәгендә урынлашҡан.