Өфөлә ғалим Зиннур Ураҡсиндың исеме мәңгеләштерелде

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Республиканың Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, танылған тел белгесенең вафатына 1 йыл тигәндә ул йәшәгән йортҡа таҡтаташы ҡуйылды.
Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинова әйтеүенсә, Зиннур Ғәзиз улы ғалим ғына түгел, йәмәғәт эшмәкәре лә. Башҡортостан энциклопедияһын, археология музейын ойоштороуҙа күп эшләй, Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы ҡанунда ла уның өлөшө ҙур.

Зиннур Ураҡсин былтыр март башында вафат булғайны. Ул 35 йыл ғилми эшмәкәрлеге осоронда ул 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт яҙа. Башҡортостандың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашты. Башҡортостан юғары советы президиумы эргәһендәге терминология комиссияһын етәкләне, ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет ағзаһы булды.

Ул шулай Башҡортостан президенты шураһы ағзаһы булып эшләне, бөтәдонъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булды.