Ҡарҙар ирей, һыу таша, ауылдарҙы һыу баҫа

Краснокама районы Сауыҙ ауылы эргәһендә бер автомобиль боҙ аҫтына киткән.
Салонда Удмурт республикаһы һәм Пермь крайынан килгән 3 балыҡсы була. Йәйен күле өҫтөндә уйылған боҙҙа уларҙың икеһе сыға ала, береһе һәләк була. Уның кәүҙәһен һыуҙан сығарып алғандар. Ә Күгәрсен районы Күгәрсен ауылы уртаһынан аҡҡан ошо уҡ атама йөрөткән йылғала бер кеше батып үлгән. 78 йәшлек бабай йылға аша баҫманан сығып барғанда һыуға ҡолап төшә.

Көндәр йылыныуы һыу күтәрелеүгә сәбәпсе булды. Федеровка районының Яңы яуыш ауылында 5-6 йорттоң ихатаһын һыу баҫты. Ауыл уртаһынан аҡҡан йылға ярҙарынан сығып, кешеләргә ташҡын бәләһен алып килде. Ауыл халҡы 14 йыллап һыу баҫыуҙан йонсой. Улар яҙ яҡынлашҡас та һыуҙан ҡотолоу сараһын алдан хәстәрләп ҡуя.