Көрсөктә иҫерткестәр һатыу кәмей

Башҡортостанда алкоголь продукцияһы һатыу кәмей. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда ике ай эсендә бөтә төр эсемлектәрҙе һатыу 6-8 процентҡа кәмегән.

Ғинуар-февраль айында уртаса һәр кешегә ике литр алкоголь продукцияһы тура килгән. Был күрһәткес Өфө, Нефтекама, Салауат ҡалаларында күберәк. Көрсөк шарттарында күптәр кәйеф-сафа ҡороуҙы сикләргә тырыша.